Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
1 Декабря 2019, 12:03
Печеньены үҙебеҙ бешерәбеҙ
Тәм-том яратҡандар өсөн сираттағы рецепты тәҡдим итәбеҙ. Үҙе йомшаҡ, үҙе матур, үҙе телеңде йоторлоҡ... Сәйегеҙ тәмле булһын!
Был печеньены әҙерләү өсөн беҙгә 30 грамм он, бер йомортҡа, 0,5 сәй ҡалағы йомшартҡыс, 125 грамм аҡ май кәрәк булыр. Эслек өсөн иһә 0,5 стакан он, 65 грамм аҡ май, 125 грамм ҡаймаҡ, бер сәй ҡалағы ваниль шәкәре, 120 грамм шәкәр алабыҙ.
Тәүҙә онға аҡ май ҡушып әүәләйбеҙ. Шунан йомортҡа, ҡаймаҡ, йомшартҡыс, ванил шәкәре ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 15 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан эслеккә тотонабыҙ. Он менән шәкәрҙе бутайбыҙ, аҡ май ҡушып болғатабыҙ. Әҙер ҡамырҙы икегә бүләбеҙ ҙә, йәймә йәйеп, эслекте һөртәбеҙ. Рулет формаһында урайбыҙ, өлөштәргә киҫкеләйбеҙ. Формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, киҫәктәребеҙҙе һалабыҙ ҙа 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 20-25 минут бешерәбеҙ.
Печенье әҙер. Сәйегеҙ тәмле булһын!
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"