Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 23:33

Һеҙ ҡар яуыуы хаҡында уйланғанығыҙ бармы?

Һеҙ ҡар яуыуы тураһында уйланғанығыҙ бармы? Ҡар бөртөктәре яуғанда бер-береһенә йәбешәләрме? Эйе, ергә төшөп, улар ҙур көрттәр хасил итә.

Йәки бына һеҙ ҡарҙан ҡыш бабай яһағанда, ҡарҙан йомарлаҡтар яһайһығыҙ. Ә әгәр ҙә бындай йомарлаҡтар күктән ергә яуһалар, нимә булыр ине?

Аллаһ Тәғәлә ҡарҙы шулай итеп эшләгән, күктә ул йомарлаҡтарға йыйылмай, һәм яуып беҙгә зыян килтермәй. Ҡар бөртөктәре еңел һәм һалмаҡ ҡына итеп яуалар һәм ялтырауыҡ күбәләктәр кеүек беҙгә төшәләр. Ҡар бөртөктәренең камиллығы күп кенә оҫта рәссамдарҙы һәм яҙыусыларҙы илһамландыра. Шул уҡ ваҡытта уларҙың береһе лә икенсеһенә оҡшаш түгел. Һәр ҡайһыһы үҙенсә нәфис һәм берҙән-бер. Беҙҙең тауыштарыбыҙ, битендәге тиреләребеҙ төрлө булған кеүек, һәр бер ҡар бөртөгө лә ҡабатланмаҫ төрҙә.

Бер-береһенә оҡшамаған ҡар бөртөктәрен Барлыҡҡа килтереүсенең Ҡөҙрәте һәм көсө кеше тауыштарының, йөҙ һәм бармаҡ һүрәттәренең күп төрлө варианттарының булыуында ла сағыла. 50 сантиметр ҡалынлыҡта майҙандағы көрттә 1 миллион ҡар бөртөгө бар. Әгәр ҙә ҡар ниндәй ҙә булһа бер илде тулыһынса ҡаплаһа, бөтә был массала бер-береһенә оҡшаған ике ҡар бөртөгө табылмаясаҡ.

Был 50 йыл буйы 6 меңдән артыҡ ҡар бөртөгөн фотоға төшөргән америкалы Вильсон Бентли тарафынан иҫбатланған.

Һуңынан ҡар бөртөктәрен фотоға төшөрөү айырым сәнғәткә әйләнгән. Был миҫалдар донъяла бер нәмәнең дә осраҡлы түгел икәненә дәлил булып хеҙмәт итә, бөтәһе лә билдәле бер тәртиптә бара. Һәм был Аллаһ Тәғәләнең Берлегенең сираттағы сағылышы.
Читайте нас: