Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2019, 10:53

Шәңгә бешерә беләһегеҙме?

Хужабикәнең үҙ ҡулдары менән бешергән ҡамыр аштары һәр ваҡыт өй йылыһын арттыра, ғаиләлә татыулыҡты көсәйтә кеүек.

Шәңгәне әҙерләү өсөн беҙгә өс стакан он, 1,5 сәй ҡалағы ҡоро сүпрә, 100 миллилитр һыу, 50 миллилитр һөт, 50-70 грамм аҡ май, ике йомортҡа һарыһы, бер сәй ҡалағы шәкәр, ярты сәй ҡалағы тоҙ кәрәк буласаҡ. Ә эслек өсөн 100 грамм ҡаймаҡ, тәменсә шәкәр, тышын буяу өсөн йомортҡа һарыһы һәм аҡ май алабыҙ.

Тәүҙә ҡамыр әҙерләйбеҙ. Йылымыс һыу менән һөт ҡушылған шыйыҡсаға сүпрә һалып бутап, ун минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шунан он, тоҙ, йомортҡа һарыһы, ирегән аҡ май ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтө күтәрелгәнсе йылы урынға ҡуябыҙ. Әҙер булғас, бәләкәй генә өлөштәргә бүлгеләп, йәймә йәйәбеҙ. Артабан уның уртаһына йәйеп ҡаймаҡ һылайбыҙ ҙа, шәкәр һибеп, 25-40 минутҡа 220 градусҡаса йылытылған мейескә ҡуябыҙ. Бешеп сығырға биш минут ҡалғас, эргә-тирәһен йомортҡаның һарыһы менән буяйбыҙ, һыулайбыҙ. Әҙер шәңгәне мейестән сығарғас, өҫтөнә аҡ май иретеп һалабыҙ.

Сәйегеҙ тәмле булһын!
Читайте нас: