Ул күп кенә сирҙәрҙән дауаларға, иммун системаһын нығытырға, юғары ҡан баҫымын һәм холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә. Ә уны яһауы бер ҙә ауыр түгел. Бының өсөн ҡырғыстан үткәрелгән имбирь (200 гр), бер тырнаҡ һарымһаҡ (иҙелгән), бер ҡалаҡ алма уксусы, бер ҡалаҡ лимон һуты һәм бер ҡалаҡ бал кәрәк. Бөтә ингредиенттарҙы ныҡлап бутарға, һыуытҡыста һаҡларға. Ошо дарыуҙы ете көн буйы иртән һәм төшкө аш алдынан ас ҡарынға берәр балғалаҡ ҡабып ҡуйырға кәрәк. Өс көндән үк үҙегеҙҙе еңелерәк тойорһоғоҙ, организмығыҙ көс-ҡеүәт туплар.