Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
5 Декабря 2019, 11:30
Йәнә балалар пособиеһы тураһында...
2020 йылдың ғинуарынан, әгәр ғаиләнең һәр ағзаһына эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән аҙыраҡ тура килһә, беренсе балаға айлыҡ пособие алырға мөмкин.
Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда пособие ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килеме 20 868 һумдан артмаған ғаиләләрҙең тәүге балаһы тыуған осраҡта түләнә, тип хәбәр итә республика Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҡсаға беренсе сабыйы 2018 йылдан һуң тыуған ғаиләләр иҫәп тота ала.
«Дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә даими йәшәгән граждандарға ғына ҡағыла. Бала ла Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға тейеш. Түләүҙең күләме 9789 һум тәшкил итә. Пособие балаға 3 йәш тулғансы тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2019 йылдың аҙағына тиклем, тәүге балаға пособие йәш ярымға тиклем түләнә, хәҙер уның күләме – 9182 һум» тип билдәләнеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Беренсе балаға айлыҡ түләүҙе Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарында, күп функциялы үҙәктәрҙә һәм берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерергә мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"