Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 19:01

Банан ашарға яратаһығыҙмы?

Табиптар уның сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыуын белдерә.

Табиптар әйтеүенсә, Рәсәйгә килтерелгән банандарҙы, улар оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, химикаттар менән эшкәртәләр, ә был матдәләр зарарлы ғына түгел, улар — канцероген. Белгестәр, банандарҙың һаулыҡҡа зыян килтереүе еләк-емештәрҙе һаҡлау һәм транспортлау ысулына бәйле, тип иҫәпләй. Складтарҙа яҡшы һаҡланһын өсөн Рәсәйгә банандарҙы ситтән өлгөрмәгән килеш килтерәләр. Оҙағыраҡ һаҡланһын һәм татлыраҡ булһын өсөн банандарҙы Е230, Е231 һәм Е232 химикаттары менән эшкәртәләр, ә уларҙа фенол бар. Был матдә организм өсөн ағыулы. Табиптар ҡулланыр алдынан һәр емеште ентекләп йыуырға кәңәш итә. Бәләкәй балаларға банан бирмәҫкә кәрәк, сөнки сабыйҙарҙа аҙыҡ-түлек эшкәртеү системаһы аҙағынаса формалашмаған, шуға күрә уларҙа был емешкә аллергия булыуы мөмкин. Бынан тыш, банандарҙы тромбофлебит менән интегеүсе, йәки ҡаны артыҡ ҡуйы булған кешеләргә һәм диабетиктарға ашарға кәңәш ителмәй.

"Әлшәй хәбәрҙәре" гәзитенән.
Читайте нас: