Сағыу, ҙур йәшел күҙле, ерән сәсле ҡартәсәйемде ҡартатайым бик яратты. Улар бик матур йәшәне. Ҡартәсәйемдең намаҙ уҡығанын да, суҡыныуын да күрмәнем. Хәйер совет заманында был бер кемде лә аптыратманы. Әммә ул йыш ҡына күҙҙәрен йомоп кем менәндер оҙаҡ итеп һөйләшә, унан ярҙам һорай ине. Һәм ярҙам ысынлап та килә торғайны. Бер көн мин бар батырсылығымды йыйып кем менән һөйләшеүен һораным.
...19 йәшлек ҡыҙҙы урманда бандиттар ыҙалатып тота. Ашатмайҙар, мәсхәрәләп кенә ҡалмайҙар, ә туҡтауһыҙ туҡмайҙар ҙа. Ул йыш ҡына иҫһеҙ була. Бер көн аңына килгәндә янында бер кем дә булмай. Ҡыҙ урман буйлап ҡасып китә, аҙаша. Бер нисә көн ҡар ашап ҡына бара, ашарына бөтөнләй булмай. Бер көн туңып үлеп барыуын тоя һәм “Мин үләсәгемде беләм. Тик һәләк булыр алдынан мине айҙан ашыу ыҙалатҡан бандиттарҙың был донъяла тыныс йәшәмәйәсәген белгем килә”,-тип һыҡтай һуңғы көс менән. Шул саҡ уның күҙ алдынан кинолай бандиттарҙың тормошо үтә: береһе аҡылһыҙҙар йортонда бәйле ята, икенсеһен төрмәлә туҡмайҙар, өсөнсөһөн үлтереп, кәүҙәһен тапмаһындар өсөн бетон менән ҡоялар...
Ҡыҙ бар тәнендә еңеллек тойоп: “Хәҙер үлһәм дә була”,-ти. “Үлмәй тор әле, башҡарасаҡ эштәрең күп, ысын яҙмышың да сит ерҙәрҙә”,-тигән тауышҡа аңына килә. Алдында шәлгә төрөнгән бер ҡарсыҡ тора. Ул ҡыҙға ҡайнар сәй менән икмәк киҫәге тоттора. Артабан хәлһеҙ ҡыҙҙы санаһына ултыртып һөйрәп алып китә. Ҡыҙ: “Ҡышҡы ҡуйы урманда, һыуыҡта әбекәй бында нимә эшләп йөрөй икән”,-тип уйлап та өлгөрмәй, аңын юғалта. Иҫенә килгәндә бер өйҙә карауатта ята. Әбей уға текләп ҡарап ултыра. Уны ашатып-эсерә лә, “Хәҙер йоҡла, кәштәлә аҡса, 12-ләге поезға ултырырһың”,-ти. Уянғанда янында бер кем дә булмай. Карауат янында ҡыҙ өсөн ҡышҡы кейем, быймалар ята. Урамға сыға. Бәләкәй генә ауыл. Янынан
тимер юлы үтә. Ҡыҙ әбейҙе эҙләй башлай. Кешеләрҙән һорашһа, бер кем дә белмәй, ҡыҙ туҡтаған йортта ла күптән бер кемдең йәшәмәүе асыҡлана. Ул өйгә инеп кәштәләге аҡсаны ала ла, 12-ләге поезды барып һорай. Ул Башҡортостанға йүнәлгән була.
Бына шулай ҡартәсәйем башҡорттар араһына килеп эләгә. “Ә ҡартатайым белдеме барыһын да?”-тип һораным түҙмәй. “Ул миңә өйләнешергә тәҡдим иткәс тә, үҙемдең ҡыҙ булмауымды, бандиттар тарафынан урманда мәсхәрәләнеп-туҡмалып йәшәүемде һөйләп бирҙем. Ҡартатайың миңә был хаҡта оноторға һәм бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушты. Бик яратты ул мине, мин дә уны ныҡ яраттым, хәҙер ҙә яратам”,-тине ҡартәсәйем. “Ысын күңелдән ярҙам һорай белһәң, һиңә ниндәйҙер көс һәр саҡ ярҙам итәсәк. Быны мотлаҡ дин менән бәйләргә лә кәрәкмәй. Күңелең саф булһын һәм үҙең дә кешеләргә хәлеңдән килгән тиклем ярҙам ит. Шул саҡта хәлһеҙ йығылып, яңғыҙың ҡалғанда ла мөғжизә һине ҡотҡарыр”,-тине ул.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйемдең яҡты донъяны ҡалдырыуҙарына 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ҡартәсәйем бабайынан һуң теүәл 40 көндән һуң вафат булды. Һаулығы ныҡ ине уның, үҙе был донъяны ҡалдырырға булған һымаҡ атайыма: “Атайың мине ныҡ көтә, минһеҙ өйрәнмәгән бит ул. Көн дә саҡыра. Үлемдән ҡурҡма, үлемдән һуң барыһы ла башлана ғына әле”,-тине лә күҙҙәрен йомдо...
Ауыр саҡта мин ҡартәсәйемә ярҙам һорап өндәшәм. Һәм барыһы ла яҡшы була. Иң тәүҙә студент сағымда миңә имтиханда нисәнсе билет эләсәген һорағайным, дөрөҫ итеп яуап әйтте, әммә төнөн төшөмә инеп буштан-бушҡа уны борсомауҙы талап итте. Бына шулай ғәжәйеп серле ул донъя.