Тәүҙә түш итен, бәшмәкте лә тоҙло һыуҙа 15 минут бешереп алабыҙ, турайбыҙ. Тауыҡ итен вағыраҡ, ә бәшмәкте эрерәк итеп. Ҡара емеште лә һәйбәтләп йыуып киҫәбеҙ. Бешкән картуфты эре ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Артабан һауытҡа ҡатлап һалабыҙ. Беренсеһенә тауыҡ итен теҙеп, майонез һөртәбеҙ. Икенсе ҡатына картуф өҫтәйбеҙ, унан - йәнә майонез. Артабан бәшмәк менән һуған һалабыҙ. Быныһында майонез өҫтәмәйбеҙ. Айырым һауытта кукуруз менән йәшел борсаҡты майонез һалып бутайбыҙ ҙа бәшмәктең өҫтөнә ҡатлайбыҙ, ҡара емешкә лә майонез һөртәбеҙ. Иң өҫкә, һуңғы ҡатлам итеп, ҡырылған йомортҡа һибәбеҙ.