Дим буйҙары
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 11:56

Баланың танауы йыш ҡанаһа

Ҡан күп аҡҡан кеүек тойолһа ла, был күренеш әллә ни зыянлы түгел, ти табиптар.

Шулай ҙа әгәр ҡан ағыу ярты сәғәттән артыҡ дауам итә икән, йәиһә бала башы йәки танауы менән бәрелгән икән, табип саҡыртырға кәрәк. Әгәр ҡан үтә күренмәле шыйыҡлыҡ менән ҡушылған булһа (баш һөйәге сатнағанды аңлата), бигерәк тә ашығығыҙ!

Ҡалған осраҡтарҙа түбәндәге кәңәштәрҙе тотоғоҙ:

- баланы алға табан эйелдереп ултыртығыҙ ҙа ҡанға ағырға ирек бирегеҙ;

- әгәр ҙә ҡан көслө аҡһа, танауға боҙ йәки һалҡын әйбер ҡуйығыҙ;

- ҡан туҡтамаһа танауҙың өҫкө өлө-шөн 10 минут дауамында ҡыҫып тотоғоҙ;

- бер ваҡытта ла, ҡанды туҡтатам тип, танау тишегенә әйбер тыҡмағыҙ.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас в