Беҙ 21-се быуатта йәшәйбеҙ, әммә Өфө ҡалаһының хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күптән түгел маугли-малайға юлыҡҡан. Был малай бер ваҡытта ла мәктәпкә йөрөмәгән, тиҫтерҙәре менән аралашмаған.
Ноябрь айында баш ҡаланың Орджоникидзе район судына реабилитация үҙәге вәкилдәре ҡыҙыҡ ҡына үтенес менән мөрәжәғәт итә. Улар бынан 17 йыл элек донъяға килгән бер үҫмерҙең тыуыуын теркәүҙе һорап килә.
Эш шунда: (малайҙы Михаил тип атайыҡ) уның тыуыуы тураһында бер кем бер нимә белмәй. Асыҡланыуынса, әсәһе уны йәшерен рәүештә таба, ЗАГС-ҡа балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алыу өсөн теркәүгә лә бармай. Бала мәктәпкә йөрөмәй, уны дауаханаға алып бармайҙар. Тиҫтерҙәре менән аралашмай, сит кешеләрҙе бөтөнләй күргәне булмай. Ҡыҫҡаһы, урамға ла сыҡмай.