Конституция ҡабул ителгәндән алып документҡа күп кенә төҙәтмәләр индерелгән. Һуңғылары араһында — ил Президенты һәм Дәүләт Думаһы вәкәләттәре сроктары тураһында положениелар.
Бөгөнгө көндә төп документтың «беренсе данаһы» Кремлдә дәүләт башлығының китапханаһында һаҡлана.
Элегерәк 12 декабрь рәсми ял көнө булып иҫәпләнә ине. Әммә 2004 йылдың 24 декабрендә Дәүләт Думаһы РФ Хеҙмәт кодексына байрам календарын үҙгәрткән төҙәтмәләр ҡабул итте. Законға ярашлы, хәҙер 12 декабрь эш көнө тип һанала, ә байрам илдең иҫтәлекле даталары исемлегенә индерелде.
Бөгөн Башҡортостанда байрам саралары, шул иҫәптән Бөтә Рәсәй граждандарҙы ҡабул итеү көнө уҙғарыла.