Был – быйыл Һиндостанға оҙатылған икенсе партия һарыҡ йөнө. Республика халҡынан йөн йыйыу менән Өфө предприятиеһы – “Индустрия шерсти” йәмғиәте шөғөлләнә. Сит илдәргә сығарыу өсөн тейешле рөхсәт документтарын да әлеге ойошма әҙерләй.
Әле оҙатыласаҡ партияның йөнө иһә төрлө райондарҙан йыйылған. Һарыҡтарҙың сирле булмауы, шулай уҡ һуңғы 12 айҙа хәүеф-хәтәр булмаған урындарҙа аҫралыуы тикшерелә.
Ағымдағы йылда барлығы 27,74 тонна йыуылмаған һарыҡ йөнө сит илдәргә оҙатылған. Уның 19,5 тоннаһы – Һиндостанға, 8,24 тоннаһы Монголияға ебәрелгән.