Сәсте шәлкемдәргә бүләләр һәм, тоны буйынса 2-3-тән 10-ға тиклем төҫмөр һайлап, бер нисә төрлө буяу менән буяйҙар. Һөҙөмтәлә, сәс эҙмә-эҙлекле бер-береһенә күсеүсе йә контраст төҫтәр ала. Был алым махсус хасил ителгән тәбиғи туҙынҡылыҡ яратҡандарға ҡулай. Ул киҫелгән сәстең аныҡ текстураһын булдырырға, йоҡа сәсте күләмлерәк итергә ярҙамлаша.
Блондинкаларға – ҡыҙғылт һары һәм каштан, ҡыҙғылт сәслеләргә аҡһыл йә кофе төҫтәре өҫтәү килешә, ҡара сәслеләр ҡыҙылдың төрлө төҫмөрҙәре менән тәжрибә үткәреп ҡарай ала. Өлкән йәштәгеләргә иһә сағыу шәлкемдәр килешмәй, олоғайтып ебәрә.
Брондлау (брондирование). Был һүҙ “блондинка” менән “брюнетка” тигән һүҙҙәрҙе ҡушып яһалған. Аҡһыл һоро төҫ нигеҙ итеп алына. Сәс төптәре ҡоңғортораҡ, осҡа табан аҡһылыраҡ ителә. Сәс ҡояшта уңған кеүек күренә. Төҫмөрҙәр күп тигәндә 3 берәмеккә генә айырыла. (Блондлау менән бутамағыҙ, быныһы буяр алдынан сәсте төҫһөҙләндереү була).
Брондлау тура сәскә килешә. Буяуҙың тәбиғи күренеүен теләгән ҡатын-ҡыҙға ҡулай.
Тәбиғи төҫ нигеҙ итеп алына. Шуға кемгәлер быға тиклемге буяуын йыуҙырырға, ә кемгәлер, киреһенсә, ниндәйҙер тәбиғи төҫкә буялырға кәрәк була. Блондинкаларҙың сәсен ҡуңыр һарыға (русый), брюнеткаларҙыҡын шатен төҫкә еткереп буяйҙар. Быны үҙаллы эшләп булмай, ә салонда парикмахер ғына түгел, колорист ярҙамы кәрәк. Үҫкән сәсте ике-өс айға бер тапҡыр тейешле төҫмөргә индереп тороу етә.
Омбре (деграде). Быны буйлы колорлау тип тә атайҙар. Буяғанда бер төҫ яйлап ҡына икенсе төҫкә күсә. Ҡояшҡа уңған шәлкемдәр барлыҡҡа килһен өсөн сәс төбөн брондлауҙағы шикелле ҡуңырыраҡ итәләр. Ғәҙәттән тыш төрҙәре лә бар: ҡоңғорт төпһә һәм уртанан аҡһыл һыҙатлы ос йә ҡаранан ҡапыл платина блондинға күсеү. “Дип-дай” техникаһы сәсте буяу һауытына манып алған кеүек итә: мәҫәлән, шәлкемгә алһыу йә күк зәңгәр һыҙаттар өҫтәлә. Оҙон тура сәслеләргә килешә, йоҡа сәскә күләм өҫтәй.
Омбрены бик тәжрибәле оҫта ғына эшләй ала, ҡатмарлы һәм оҙайлы булғас, хаҡы ла ҡиммәт.
Ҡайһы бер шәлкемдәр бер нисә тонға аҡһылландырыла. Бының өсөн тишекле махсус кәпәс ҡулланыла. Шул тишектәрҙән шәлкемдәрҙе сығарып, ҡурғашҡа урайҙар һәм буяу һөртәләр йә булмаһа үрелгән толомдо буяйҙар. Американса мелирлау шәлкемдәрҙе 3-4 төҫмөргә буяуҙы аңлата. Ҡуңыр сәстә ҡояшта уңған кеүек аҡһыл шәлкемдәр яһау венецияса мелирлау тип атала. Был ысул сәсенең төҫөн үҙгәртергә теләһә лә, ҡапыл ғына бөтөнләй башҡа төҫкә күсергә йөрьәт итмәгән кешеләргә ҡулай. Ҡуңыр сәскә бик килешә. Буялған блондинкалар тәбиғи төҫөнә ҡайтҡанда ҡуллана ала. Саллана башлаған сәстең ағын йәшерә. Шуны күҙҙән ысҡындырмағыҙ: буялған йә химик бөҙрәләтелгән сәстә шәлкемдәр көтөлгәндән башҡараҡ булыуы ихтимал. Ҡынаға буялған сәстә шәлкемдәр сағыу ҡыҙғылт-һары төҫкә инеүе бар. Өҫтәүенә, төҫһөҙләндереү сәскә зыянлы.
Мажимеш. Крем кеүек буяуға балауыҙ ҡушылған һәм сәскә әллә ни зыян килтермәй торған буяу менән мелирлау төрө. Был буяуҙа пергидроль булмай, шунлыҡтан йомшаҡ ҡына алтынһыуға тиклем төҫ алына, ләкин ныҡ аҡһыл төҫ килеп сыҡмай. Сәс ғәҙәттә 3-4 тонға аҡһыллана. Был сәсенең төҫөн аҙ ғына үҙгәртергә теләүселәргә ҡулай. Бик үк һау булмаған көсһөҙ сәскә лә бара. Аҡһыл сәскә килешә, ә ҡоңғорт сәстә әллә ни күҙгә ташланып бармай.
Балияж. Колорлауҙы һәм мелирлауҙы берләштерә, ләкин сәстең ос яғын ғына буяуҙан ғибәрәт. Шәлкемдәрҙе тәүҙә аҡһылландыралар, шунан буяп, ҡурғаш менән урап ҡуялар. Матурлыҡ салонына йыш бара алмағандарға ҡулай.
Ҡыҫҡа сәскә, киртләсләп киҫелгән сәскә килешә. Оҙон сәсте тәрбиәләнмәгән-ҡаралмаған итеп күрһәтә.
Шатуш. Сәсте тәбиғи төҫһөҙләнгәнгә оҡшатып аҡһылландыралар. Сәс төбөнән ике сантиметр өҫтәрәк айырым шәлкемдәр буяла, күсеү урыны сәсте ҡабартып тарау иҫәбенә йәшерелә. Ҡайһы берҙә прическа эсендәге шәлкемдәр буяла, унда-һанда күренеп ҡалып, күләмлелек эффекты барлыҡҡа килтерә. Үҫеп килеүсе төпһәләрҙе йә ағара башлаған (30 проценттан артыҡ түгел) сәсте йәшереү өсөн ҡулланыла. Оҙон һәм уртаса оҙонлоҡтағы сәскә бара.
Ҡуңыр сәстә беленеп тора, ә аҡһыл сәстә әллә ни күҙгә ташланмай. Ҡәҙимге мелирлауға ҡарағанда әҙерәк ваҡыт ала. Өс айға етә.
Неонлы колорлау, йәғни «crazy colors» (“шашҡын шәлкемдәр”). Шәлкем төҫһөҙләндерелә һәм махсус гель менән буяла. Сәсте йыуған һайын кәмей барып, 5-6 тапҡырҙан һуң бөтә. Ҡайһы берҙә шәлкемдәр остан нығыраҡ, төбөнә табан йомшағыраҡ итеп, тигеҙһеҙ буяла, трафарет ярҙамында сағыу неон төҫтәрҙәге геометрик орнамент барлыҡҡа килтерелә.
Яңылыҡҡа, үҙгәрештәргә ынтылған ҡатын-ҡыҙ сәсенең бер йәки бер нисә шәлкемен, күҙенең, күлдәгенең төҫөнә яраштырып йә кәйефенә, зауығына ҡарап, йәйғор төҫтәренә буята ала. Киртләсле прическала бик үҙенсәлекле күренә. Тик бер юлы бер нисә төҫ ҡулланмаҫҡа йә икәүҙән ашыу шәлкемде буямаҫҡа кәрәк, юғиһә тутыйғошҡа әйләнеү хәүефе бар.
Тонлау (тонирование) – ул сәстең эске структураһына үтеп инмәйенсә, тәбиғи пигментты һаҡлап, тотороҡһоҙ буяу менән бер тонға буяу. Ул яйлап йыуылып бөтә, үҫеп сыҡҡан тамырҙар менән сик яһалмай.
Был ысул сәсенә әллә ни зыян килтермәй генә төрлөсә тәжрибә үткәреп ҡарарға яратыусылар өсөн ҡулай. Салланып барған (40 проценттан артыҡ түгел) сәскә лә яҡшы. Аҡһыл төҫтәге буяуҙар блондинкаларға ғына бара, ҡуңыр сәстә ул күренмәйәсәк.
Тонларға йыйынһағыҙ, уны ҡуллана башларҙан бер нисә ай элек ҡынанан баш тартырға кәрәк, юғиһә сәсегеҙ аңлайышһыҙ төҫ алыр. Ныҡлы тонлаусы буяуҙарҙың составында аммиак юҡ. Ике ай тигәндә йыуылып төшөп бөтә. Сәстең тәбиғи төҫөнә яҡын тон һайларға тәҡдим ителә. Тонлаусы шампундәрҙе даими ҡулланғанда төҫ сағыуыраҡ була.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналынан.