Уны әҙерләү өсөн малдың баш-тояҡ итен алалар. 1 килограмм иткә 2 литр һалҡын һыу иҫәбенән барыһын бергә кәстрүлгә һалып, әкрен генә ҡайнаталар. Өҫтөндәге күбеген һәм майын йыя-йыя, 6-8 сәғәт бешерәләр. Бешеп етәрәк һурпаға эре итеп турап ҡыҙҙырылған һуған менән кишер, лавр япрағы һалалар.
Ит бешеп сыҡҡас, йәғни һөйәктәренән айырыла башлағас, уны кәстрүлдән алалар, ә аш һурпаһын ваҡ тишекле сүмес аша һөҙәләр. Итте һөйәктән айырып, ваҡ ҡына турайҙар ҙа, яңынан һурпаға һалып, тоҙ, борос өҫтәйҙәр һәм тағын 45 минут ҡайнаталар.
Әгәр һурпа шыйығыраҡ булһа, һалҡын һыуҙа ебетелгән желатин һалып, ҡайнатып алалар. Әҙер итле һурпаны яҡшылап бутағас, махсус һауыттарға һалып, һалҡын урынға йәиһә һыуытҡысҡа ҡуялар.
Һауыттарға бүлгәнсе, ваҡ ҡына туралған һарымһаҡ өҫтәһәң, был ризыҡ тәмлерәк була. Табынға сығарғанда дерелдәүек янына керән йәки горчица ҡуялар.