Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 13:01

Һаҡ булығыҙ, петарда!

Яңы йыл байрамдары яҡынлашыу менән пиротехник изделиеларға һорау бермә-бер арта. Махсус эффекттар артынан ҡыуып, фейерверк, шартлатҡыстарҙың ни тиклем хәүефле булыуын онотоп та ебәрәләр.

Фейерверк һәм башҡа шуға оҡшаш әйберҙәрҙең составына яныусан матдәләр инә. Шуға күрә улар тиҙ яныусан булғанлыҡтан, юғары иғтибар талап итә. Күпселек янғындар пиротехниканы дөрөҫ һәм сертификация үтмәгән сифатһыҙ продукцияны файҙаланмауҙан сыға ла. Пиротехника ғәмәлдә шартлатҡыс булмаһа ла, уның менән ҡуллана белергә кәрәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре бик ябай. Пиротехник изделиеларҙы сығарыусы заводтың инструкцияһына ярашлы ҡулланырға кәрәк.

Пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу тыйыла:

* биналарҙа, шулай уҡ өй баштарында, балкон-лоджияларҙа;

*шартлау һәм янғын хәүефле объекттар биләмәһендә, электр сымдары эргәһендә;

*сәхнә майҙансыҡтарында, концерт һәм тантаналы сараларҙа файҙаланырға ярамай.

*петарда һәм фейерверктарҙы атыр алдынан уның инструкцияһы менән танышырға кәрәк;

* өйҙән, бинанан 50 метр алыҫлыҡта ғына шартлатырға рөхсәт ителә;

- яныусан петардаларҙы кеше һәм хайуанға ташламайҙар;

*балаларға петарда яндырырға ҡушылмай;

*петарданы ҡулға тотмаҫҡа кәрәк;

* банка, биҙрә, шешәгә уны һалыу тыйыла;

*уны тик асыҡ һауала ғына ҡулланырға;

* кеҫәлә йөрөтөү, ҡутарып тикшереү, янған усаҡҡа ташлау, пиротехника алдына эйәлеү ҡәтғи тыйыла;

* петарда эшләмәһә, яңынан яндырып маташмағыҙ.

Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә генә, Яңы йыл байрамдары шатлыҡ килтерер.

"Йүрүҙән" гәзитенән.
Читайте нас: