Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 12:45

Дауалау үҙенсәлегенә эйә ун ризыҡ

Уларҙы көн һайын ашарға тырышығыҙ.

Германия табибы,"Ризыҡ менән дауаланыу" китабы авторы Франциска Рубин дауалау һәләтенә

эйә булған һәм организмды нығыта торған продукттарҙы атаған.

Уныңса, иң файҙалы продукт¬тар: һоло бутҡаһы, бал, имбир, бәрәңге, кәбеҫтә, куркума, үҫемлек майы, тоҙ, лимон һәм һуған. Уларҙы ризыҡ булараҡ ҡына түгел, компресс һәм битлек яһап та ҡулланырға була.

Һоло ярмаһы холестеринды кәметә. Бал менән керән бронхиттан ярҙам итә. Кәбеҫтә ашҡаҙан эшсәнлегенә ыңғай йоғонто яһай, күҙҙең күреү һәләтен яҡшырта, уның япраҡтарынан эшләнгән компресс артроз ваҡытында ҡулланыла. Бешкән бәрәңге, эремсек т организмға файҙалы. Имбир ҡан тамырҙары өсөн файҙалы, шәкәр һәм холестерин күләмен кәметә. Куркума тәмләткес кенә түгел, ялҡынһыныуҙы ла бөтөрә ала. Етен майы артритты дауалағанда ҡулланыла.

Ҡабак төшөнән һығылған май простатиттан ҡулланыла. Һуған менән һарымһаҡ ҡан баҫымын төшөрә, инфаркт һәм инсульттан һаҡлай. Көнөнә 4 грамм һарымһаҡ ашаһаң, атеросклерозға ҡаршы профилактика булып тора. Әммә табип йәшелсәләргә генә ышанып тормаҫҡа, дарыуҙар ҙа эсергә кәрәклеген киҫәтә.



Читайте нас: