Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 14:19

Тәмле “Оливье”ны нисек яһарға?

Бының бер нисә сере бар.

Салатты әҙерләү өсөн ҡиммәтле аҙыҡ-түлек кәрәкмәй.

Ә бына Яңы йыл төнөнән һуң организмға ауыр булмаһын өсөн табындағы һәр ризыҡ тәмле лә, сифатлы һәм боҙолмаған булырға тейеш.

“Оливье” составында булған ризыҡтарҙы һатып алғанда иң элек уларҙың сифатына иғтибар итергә кәрәк.

Мәҫәлән, доктор колбасаһы һайлайһығыҙ икән, ул ҡаты булырға һәм киҫкәндә һыулы булмаҫҡа тейеш. Колбасаны бешкән ит йәки тел менән алыштырһаң, әлбиттә, файҙалыраҡ була.

Диетологтар салат файҙалыраҡ булһын өсөн тоҙлоһо урынына йәшел ҡыяр һалырға кәңәш итә. Ә бына майонез алғанда уның ҡуйылығына иғтибар итегеҙ, өйгә ҡайтҡас тарелкала биҙәк яһап ҡарағыҙ, ул ағып-таралып китмәҫкә тейеш. “Ҡышҡы салат”ҡа йәшел борсаҡ айырыуса тәм бирә. Магазинда консерваланған борсаҡ һайлағанда, яҙыуын яҡшылап уҡығыҙ, сығарылған датаһына иғтибар итегеҙ. Салат өсөн иң яҡшыһы — йәй айҙарында консерваланган банкалағы борсаҡ. Ә уның тышында “мозговых сортов” тигән яҙыу булырға тейеш. Ундай борсаҡҡа шәкәр ҡушылмай, ул үҙе лә баллы һәм йомшаҡ була. “Оливье” салатын табынға сығарғанда йәшел укроп, петрушка менән биҙәһәгеҙ, матур ҙа, файҙалы ла булыр. Бының өсөн туңдырылған йәшел тәмләткестәр ҙә ярай.



Читайте нас: