Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
20 Декабря 2019, 09:47
Беҙ барлыҡ килемдең өстән бер өлөшөн ашауға тотонабыҙ...
Статистика беҙҙең күпме ашауыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.
Добавить в предпочтительные источники Google
Килемебеҙҙең 30,2 проценты аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотонла икән. Беҙ был йәһәттән Европаның 40 иле араһында 31-се урынды биләйбеҙ. Иң аҙы – Люксембург тигән илдә аҙыҡ-түлеккә тотоналар – 8,4 процент. Ә бына Украина халҡы ашауға 50 процент килемен тотона. Уларҙан аҙ ғына аҙыраҡ Ҡаҙағстан – 47 процент.
Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәргә шул уҡ Люксембург, Португалия, Кипр һәм Молдавия әҙ тотона. Молдавия менән аңлашыла, үҙҙәрендә йөҙөм баҡсалары күп, әсетәләр ҙә, шарап эсәләрҙер. Рәсәй, йәғни, беҙ, был йәһәттән 3 процент сығымдар менән 25-се урынды биләйбеҙ.
Ә бына рәсәйҙәр ни өсөн аҙыҡ-түлеккә 30 процент тотоноуының сәбәбен статистар аңлатмай. Әллә беҙ аҙыҡ-түлекте күп ҡулланабыҙ, йә хаҡтар ҡиммәт, йә эш хаҡы түбән. Социологтар һәм иҡтисадсылар был хаҡта нимә уйлай икән?
agidel.rbsmi.ru
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"