Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 14:26
Өс ҡатлы ләүәш
Ҡамыр өсөн:2 стакан он, 200 гр май, һыу йәки һөт - 100 мл; шәкәр - 100 гр; тоҙ һәм сода - бер семтем
Эслек өсөн:
күрәгә - 200 гр; ҡара емеш - 200 гр; лимон - 2 (ҙур булмаған),шәкәр - 9 аш ҡалағы.
Әҙерләү:
Аҡ майҙы он менән бутайбыҙ, ыуалып торған масса барлыҡҡа килә. Уға шәкәр, тоҙ, сода ҡушабыҙ. Яйлап ҡына массаға һөт ҡоябыҙ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға.
Күрәгә, ҡара емеш һәм лимондың һәр ҡайһыһын айырым блендерҙан йә иттартҡыстан сығарабыҙ. Һәр бер эслеккә 3-әр ҡалаҡ шәкәр һибәбеҙ.
Ҡамырҙы 4 өлөшкә бүләбеҙ. Бер өлөштө ҡалғандарына ҡарағанда ҙурыраҡ итәбеҙҙә, уны табаға йәйәбеҙ. Ҡара емеште һалабыҙ ҙа, ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Күрәгәне һалып та, ҡамыр менән ҡаплайбыҙ. Иң аҙаҡтан лимон һалабыҙ ҙа, ләүәш ҡапҡасы итеп аҙаҡҡы ҡамырҙы һалабыҙ. Ситтәрен матур итеп семәрләйбеҙ, сәнске менән тишкеләп сығабыҙ. 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30-40 минут бешерәбеҙ.
Рецепт Интернеттан алынды.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
16 Сентябрь 2025, 21:45
Дүсән ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам итә
МХО-лағыларға ярҙам
16 Сентябрь 2025, 19:10
"Барығыҙға ла ярҙам итербеҙ»
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"