Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
20 Декабря 2019, 07:20
Сыр менән кишерҙән - "мандариндар"
Был ризыҡты әҙерләү өсөн 150 грамм ҡаты сыр, 100 грамм йомшаҡ сыр, ике йомортҡа, ике кишер, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 50-70 грамм майонез, тоҙ кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә йомортҡа менән кишерҙе тоҙло һыуҙа бешереп алабыҙ. Ике төрлө сырҙы, йомортҡаны ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Ҡатнашманы ваҡланған һарымһаҡ ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ. Тоҙ менән майонез өҫтәйбеҙ.
Бер аш ҡалағылай әҙер ҡатнашманы алабыҙ ҙа, мандарин формаһында ҡул менән әүәләйбеҙ, Артабан 15 минутҡа һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Кишерҙе ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Һыулы йәки майлы ҡул менән кишерҙән йәймә эшләйбеҙ. Һыуытҡыстан әҙер ҡатнашманы алып йәймәгә урайбыҙ. Үҙенсәлекле ҡабымлыҡ - "мандариндар" әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!ң
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
2 Июля , 11:11
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Файҙалы эштәр йылы
6 Июля , 09:56
Тырыш ҡулдар арыу белмәй!
Общие статьи
30 Июня , 13:35
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"