Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 16:54

Аҫылташтарҙың шифалы көсө

Таштар менән дауалау тәжрибәһе борон-борондан килә.

Иван Грозный аҫылташтарҙың белгесе һәм баһалаусыһы булып һаналған. Батшаның яратҡан ташы зәңгәр яҡут (сапфир) булған. Уның фекеренсә, был таш күҙҙең нурын көсәйтә, мускулдарҙы нығыта, йөрәккә көс өҫтәй, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай.

Таштарҙың шифалы үҙенсәлектәре Иван Грозный заманына тиклем дә билдәле булған. Боронғо ғәрәп философы Аристотель үҙенең өйрәнгәндәрен хеҙмәттәрендә яҙып ҡалдырған. Уның дуҫы һәм уҡыу¬сыһы Теофраст медицинала таштар¬ҙы файҙаланыу буйынса оҙаҡ йылдар алып барылған күҙәтеүҙәрҙе бер системаға һалған.

Боронғо Рим табибы Диоскорид ул ваҡытта билдәле булған үләндәр-ҙең, таштарҙың дауалау үҙенсәлектәренә арналған биш томлыҡ хеҙмәт яҙған.

Зәңгәр яҡут, гәрәбә, йәшмә таштарын файҙаланып, дарыу онтағы әҙерләү рецептары Краков музейында һаҡлана. Уларҙың авторы – бөйөк поляк астрономы Николай Коперник.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медицина көсәйгәс, таштар менән дауалау тәжрибәһе бер аҙ онотолоп тора. XX быуаттың икенсе яртыһына тиклем литотерапия дауалауҙың бик һирәк ҡулланылған ысулдарына ҡарай. Әле иһә уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тағы ла арта.

Аҡыҡ (опал)

Был таштың исеме “опалус” тигән латин һүҙенән килеп сыҡҡан, “күҙ яуын алыусы” тигән мәғәнә бирә. Уның төрлө төҫө бар: үтә күренмәле, аҡ, сағыу ҡыҙыл ҡатыш һары, уртаһы ҡыҙыл, ә ситенән йәшел төҫ уратып алғаны. Аҡыҡ – бик нескә таш. Ул эҫенән һәм ҡоронан ҡурҡа. Бындай шарттарҙа бөтә матурлығын юғалтып, юҡҡа сыға. Ә һыуға һалһаң, күпмелер ваҡыттан һуң яңынан терелеп китеүе ихтимал.

Асыҡланыуынса, аҡыҡ күҙгә, гипофиз (баш мейеһендә урынлашҡан эске секреция биҙе) функцияһына ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты яҡшырта, көс бирә, йәшәү дәрте, ыңғай энергия өҫтәй, тирә-яҡ мөхиттең насар йоғонтоһонан һаҡлай.

Жадеит

Ул төҫөнөң төрлөлөгө менән хайран итә: аҡ, ҡара, буҙ, алһыу, ҡыҙыл, зәңгәр, шулай уҡ йәшел төҫтөң дә төрлөһөн үҙ эсенә ала. Электән үк уны “бөйөр ташы” тип йөрөткәндәр. Литотерапевтар фекеренсә, ул бөйөр эшмәкәрлеген көйләй. Бынан тыш, ҡан баҫымын да нормаға килтерә. Нервы системаһы ҡаҡшаған, ашҡаҙан һутының әселеге юғары булған кешеләргә лә ошо ташты тағыр¬ға кәңәш ителә. Жадеит тынысландыра, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә, бәхетһеҙ осраҡтарҙан һаҡлай тигән инаныу ҙа бар. Боронғо кешеләр һунарға сыҡҡанда мотлаҡ уны үҙҙәре менән алған.

Яҡут (топаз)

Төҫөнөң төрлөлөгө буйынса жадеиттан ҡалышмай. Күкһел, зәңгәр, алһыу, ҡыҙғылт-күк, йәшелле-күкле һәм башҡа төҫтәре бар. Оҙаҡ ҡояшта ятһа, яҡут үҙенең матурлығын һәм төҫөн юғалта. Тик зәңгәр төҫкә генә ҡояш нурының ҡурҡынысы юҡ.

Был аҫылташты артрит, артроз, полиартрит кеүек быуындар ауырыуын дауалауҙа уңышлы файҙаланалар. Шулай уҡ гормональ үҙгәрештәр булғанда, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм ҡалҡан биҙе ауырыуҙарынан да ҡулланырға кәңәш итәләр. Яҡут иммунитетты нығыта, күп кенә органдың, атап әйткәндә, бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.

Йәшмә

Был минерал иҫ киткес дауалау үҙенсәлектәренә эйә. Ҡыҙыл йәшмәнең бөтә төрө лә эске ҡан ағымын туҡтата, ти табиптар. Шуға күрә лә уны ҡанһырап торған ашҡаҙан сей яраһы, гастрит менән ауырыусыларға тәҡдим итәләр. Авиценна ашҡаҙан сирҙәре менән интегеүселәргә уны ҡорһаҡ тәңгәленә тағып йөрөтөргә кәңәш иткән. Был таштың шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуҙарын дауалау көсөнә эйә булыуы билдәле.

Һоро йәшмә арығанлыҡтан, хәлһеҙлектән, стрестарҙан арынырға ярҙам итә. Гематит йәшмәнең анемиянан файҙаһы булыуы, гемоглобинды күтәрергә булышлыҡ итеүе асыҡланған.
Читайте нас: