Дим буйҙары
+22 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
24 Декабря 2019, 05:53
Был тәмле ризыҡты өйҙә үҙегеҙ ҙә әҙерләй алаһығыҙ.
Бының өсөн тауыҡ, бер кишер, бер һуған, 10 "борсаҡ" ҡара борос, ике "борсаҡ" хуш еҫле борос, 4 теш һарымһаҡ, 10 гр желатин, 1 аш ҡалағы сөгөлдөр һуты, самалап тоҙ, самалап онталған ҡара борос, 0,5 сәй ҡалағы паприка, йәшел тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Тауыҡты бешерергә һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, күбеген алып, борос "борсаҡ"тарын,тоҙ, бөтөн килеш кишер менән һуғанды бешерергә һалабыҙ. Бешеп сыҡҡас, итте һөйәгенән һәм тиреһенән айырабыҙ. 250 мл һыуынған һурпаға желатин һалып, иретергә ҡалдырабыҙ. Һуңынан уны йылытабыҙ, тик ҡайнатмайбыҙ!
Блендерға итте, желатинлы һурпаны, тәмләткестәр, һарымһаҡ, сөгөлдөр һутын (колбасаға алһыу төҫ биреү өсөн) һәм, кәрәк булһа тоҙ һалып, бөтәһен бергә бутайбыҙ.
Пластик шешәнән форма эшләп, массаны шунда тултырабыҙ. Кистән әҙерләп, һыуытҡысҡа ҡуйһағыҙ, иртәнге ашта өйҙә эшләнгән колбаса әҙер.
ashkadar.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"