Аҙыҡ-түлекте полиэтилен пакетта һаҡларға ярамай, ул тиҙерәк боҙола.
Табаға тоҙ һипһәң, ҡыҙҙырғанда май сәсрәмәй.
Ҡыҙҙырыр алдынан таҫтымалға йәки салфеткаға һалып ҡоротһаң бәрәңге кетерҙәп торор.
Духовкалағы ит ҡоро булып бешмәһен өсөн, уның янына һыулы һауыт ҡуйығыҙ. Һыу пары итте кибеүҙән һаҡлар..
Аштың өрөһөн алырға өлгөрмәһәгеҙ, бер аҙ һалҡын һыу өҫтәгеҙ: өрө кире өҫкә йыйылыр.
Бер нисә төрлө балыҡтан ҡайнатылган һурпа тәмлерәк була.
Билмән йәбешмәһен тиһәң, һурпаға саҡ ҡына үҫемлек майы тамыҙырға була.
һурпа тәмле булһын тиһәң, итте һалҡын, ә ит һыуһыл булып бешһен өсөн уны ҡайнап торған һыуға һалырға кәрәк.
Ҡуҙаҡлылар йомшағыраҡ булып бешһен тиһәң, уларҙы алдан һыуҙа тоторға мөмкин.
Көслө утта йомотҡаның ағы ҡоро булып бешә. Һүрән утта һарыһы ҡата, ағы йомшаҡ ҡала.
Ҡоймаҡ ҡамырына аҙ ғына үҫемлек майы ҡушһағыҙ, ул бешергәндә көймәҫ.
Арпа ярмаһын майҙа ҡыҙҙырып һалһағыҙ, рассольник тәмлерәк булыр.
Керәнде төнө буйы һалҡын һыуға һалып тотһағыҙ,ҡырғыстан яҡшырак үтәсәк.
Ит һурпаһына тоҙҙо бешеп сығырға 30 минут ҡала, балыҡ ашына шунда уҡ һалалар
Ҡыҙҙырыр алдынан аҙ ғына шәкәр ҡомо һипһәң, бауыр йомшаҡ була.
Сәй хуш еҫле булһын өсөн, һаҡлаған һауытына лимон йәки әфлисун ҡабығы һалалар.
Ҡатып киткән гәрсисте һөт менән шыйығайтырға мөмкин.
Итте бешергәндә артыҡ тоҙлаһағыҙ, ҡайнар килеш һалҡын ҡаймаҡҡа һалып тороғоҙ.
Ҡатҡан сырҙы 1 сәғәткә һөткә һалып тороп яңыртырға була.
Сосиска һыуҙа түгел, ә парҙа бешергәндә йәки ҡыҙҙырып алғанда тәмлерәк була
Ҡыҙҙырғанда ит табаға йәбешмаһен өсөн бер нисә киҫәк кишер һалығыҙ.
Балыҡт ҡырғыстар үткәрелгән сохари вағы йәки он ҡатнашмаһында әүәләп ҡыҙҙырһағыҙ, тәмлерәк булыр.
Икмәк һауытына бер киҫәк алма һалып ҡуйһағыҙ икмәк оҙағыраҡ һаҡланыр.
Фрикаделька тәмлерәк булһын өсөн, ит фаршына аҙ ғына йомшаҡ эремсек һәм 1-2 ҡалаҡ ваҡ итеп туралған йәшел тәмләткестәр ҡушырға кәрәк.
Салат хуш еҫлерәк булһын өсөн, уға лимон ҡабығы һалып торалар.
Йәшелсәләрҙе ҡараңғыла һаҡларға кәрәк. Яҡтыла уларҙағы каротин тарҡала башлай.
Ҡамыр ризығы бешергәндә, рецепта күрһәтелгән күләмдәге шәкәрҙе бал менән алыштырырға мөмкин. Бал асығыраҡ булғанлыҡтан, уны шәкәргә ҡарағанда 1/5 өлөш күберәк алырға кәрәк.
Һөтлө ашта макарон насар бешә. Шуға уны айырым һауытта тоҙло һыуҙа бешереп һурпаға һалыу яҡшыраҡ.
Петрушканы һалҡын һыуҙа түгел, ә йылымса һыуҙа йыуғанда хуш еҫлерәк була.
Сөгөлдөр бешкән һыу( тоҙло булмаһа) бүлмә гөлдәре өсөн бик яҡшы ашлама.
Фасоль, борсаҡ тиҙерәк бешһен өсөн һәр 5-10 минут һайын һыуына бер ҡалаҡ һалҡын һыу өҫтәп тороғоҙ.
Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө тоҙло һыуҙа бешермәгеҙ, юғиһә уның тәме боҙола.