Яҡшы хәбәрҙәр килеп торор. Күптәр көс-хәле артҡанын асыҡ тойор һәм ҙур эштәргә тотонорға әҙер булыр. Йондоҙҙар быға ҡаршы түгел. Тик белегеҙ: маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу еңел бирелмәҫ. Бының өсөн күп ваҡыт түгерһегеҙ. Бөтә көсөгөҙҙө бирһәгеҙ, йыл башында бер генә ҙур эште тейешенсә башҡарырһығыҙ.
Йылдың бер аҙ ҡатмарлы башланыуы ихтимал. Ниндәйҙер кире ваҡиғаларға осрарһығыҙ, йыш ҡына күңелегеҙ ятмаған эш менән булырһығыҙ. Был мәлдәрҙе урап үтергә тырышмағыҙ. Артабан еңелерәк булыр. Матди яҡтан уңырһығыҙ. Тик аҡсағыҙҙы һәр саҡ йыйыбыраҡ тотоғоҙ. йәй башындараҡ шәхси тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр көтөлә. Күптәр оҙаҡ уйлап йөрөгән маҡсаттарына ирешер.
Йыл еңел килмәҫ һымаҡ. Күпселек осраҡта ҡаршылыҡтар менән көрәшергә тура килер. Үҙ фекерегеҙҙе башҡаларға аңлатыу күп көсөгөҙҙө алыр. Ҡайһы бер маҡсатығыҙ туҡтап торһа ла, унан баш тартмағыҙ. Нығыраҡ тырышҡан һайын йондоҙҙарҙың ярҙамы ла тосораҡ булыр. Бер-ике айҙан бөтә хәл-ваҡиға яйлап ыңғай яҡҡа үҙгәрер.
Һеҙҙе төрлө ваҡиғаға бай йыл көтә. Эргә-тирәләге хәл тиҙ үҙгәреүсән буласаҡ. Быға һәр саҡ әҙер тороғоҙ. Уңғанлығығыҙ менән башҡаларҙы йыш аптыратырһығыҙ, Күптәрҙең һеҙҙең хаҡта ҡарашы ла үҙгәрер. Бәғзеләрҙе үҙ яғығыҙға ауҙара алырһығыҙ, бәлки. Һәр саҡ үҙ һүҙегеҙҙә тороу, фекерегеҙҙе яҡлау бик мөһим.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе мөһим һәм иҫтә ҡалырлыҡ йыл көтә. Үҙгәреүсән ваҡиғаларға һәр саҡ яуап бирергә кәрәк булыр. Шәхси тормошоғоҙҙа ла үҙгәрештәр буласаҡ. Был өлкәлә барыһы ла үҙегеҙҙән тора. Ҡайһы ваҡытта юҡ-бар өсөн борсолорһоғоҙ, ә етди нәмәләргә иғтибар бирмәүегеҙ ҙә ихтимал. Бындай ҡараш йыш хаталаныуға килтереүе бар. Күп эшләргә тура килер. Йыл йомғаҡтары уйлағандан да һәйбәтерәк көтөлә.
Йыл һәйбәт башланыр. Тәүге ике айҙа икеләтә эшләй алырһығыҙ. Әүҙемлегегеҙ, яңы ысулдар ҡулланыуығыҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Файҙалы танышлыҡтар ҙа булдырырһығыҙ. Кешеләрҙе аңлауы ауыр булмаҫ. Маҡсаттарығыҙҙы асыҡ күрәһегеҙ һымаҡ, юлығыҙҙан тайпылмаҫһығыҙ. Апрелдән ҡатмарлы осор башланасаҡ. Йыш ярҙам әҙерләргә, мәсьәләләрҙе бик етеҙ хәл итергә тура килер.
Еңел йылға өмөт итмәгеҙ. Төп эшегеҙҙә даими ҡыйынлыҡтар буласаҡ. Эштәгеләр менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу ауырға төшәсәк. Ғөмүмән, янығыҙҙағы кешеләр менән дәғүәләр, үпкәләшеүҙәр күбәйер. Бәғзеләр эш урынын алмаштырыу тураһында уйлана башлар. Майҙан һуң дөйөм хәлегеҙ ҡырҡа үҙгәрер, моғайын. Башығыҙға яңы уй-фекерҙәр килер, мөмкинлектәрегеҙ ҙә артыр. Эшегеҙ күбәйер, ләкин был һеҙҙе һис тә ҡурҡытмаҫ.
Киләһе йылдың тәүге яртыһы тыныс һәм һәйбәт үтер. Бер ниндәй ҙә кире ваҡиға янамай һымаҡ. Ләкин был үҙегеҙҙең фекер-ҡарашығыҙ менән генә бәйле булыр. Матди хәлегеҙ мотлаҡ яҡшырыр. Бынан һуң тормошоғоҙ тағы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрер. Йыл аҙағындараҡ ҡыйынлыҡтар ҡапыл күбәйер. Хаталарҙы төҙәтеү ҙә күп көсөгөҙҙө алыр.
Был арала ныҡлап ял итергә тырышығыҙ. Бик тиҙҙән һеҙгә көс кәрәк булыр. Ғинуарҙан уҡ эшкә егелергә мәжбүр булырһығыҙ. Кире хәлдәр, дошмандар һәм үҙегеҙҙең етешһеҙлектәр менән дә көрәшергә тура килер. Башта үҙ көсөгөҙҙө артығыраҡ баһалап, хаталаныуығыҙ ихтимал. Артабан, һабаҡ алып, эшегеҙҙе ыңғай яҡҡа йүнәлтә алырһығыҙ. Юғалтыуҙар ҙа һағалай кеүек. Шулай ҙа алған тәжрибәгеҙ алтынға тиң булыр.
Яңы йыл өҫтәмә мөмкинлектәр килтерер, тик һеҙҙән тырышлыҡ, түҙемлек һәм әүҙемлек талап ителә. Үҙгәреүсән ваҡиғаларға һәр саҡ әҙер булығыҙ. Шуны онотмағыҙ: иң ауыр саҡта ла йондоҙҙар һеҙгә булышлыҡ итәсәк. Йылдың икенсе яртыһы күпкә тынысыраҡ һәм тотороҡлораҡ көтөлә. Ҡыйынлыҡтар ҙа осрар, тик уларҙы хәл итеү ауырлыҡ тыуҙырмаҫ.
Йыл һәйбәт башланыр. Ике-өс айҙа күпкә өлгәшерһегеҙ. Тик ныҡышмал булығыҙ. Хатта икеле маҡсаттарығыҙҙы ла тормошҡа уңышлы ашырырһығыҙ. Уңайлы мәлдәр ҙә йыш осрар, моғайын. Ғөмүмән, бик күп эшләрһегеҙ. Уның һөҙөмтәһен байтаҡ ваҡыт үткәс кенә күрерһегеҙ. Борсолоуҙарығыҙ юҡҡа булмаҫ, өмөттәрегеҙ күпселек осраҡта мотлаҡ аҡланыр.