Бөтә рәсәй страховкалаусылар союзы эксперты Сергей Шкитин түбәндәгеләрҙе бәйән итә.
Беренсенән, мәжбүри медицина страховкаһының база программаһына конформ нур терапияһы керәсәк. Әлегә ҡәҙәр ул бюджеттан бүленгән (ассигновать ителгән) аҡсалар иҫәбенә үткәрелә ине.
Яман шеш менән ауырымағандар КТ, МРТ кеүек диагностик сараларһы элгәре кеүек 30 көндән һуң түгел, ә 14 көндән үтә аласаҡ. Онкологик сирле пациенттар 7 көндән һуң үтә ала, әлегә ҡәҙәр был срок 14 көн ине.
Яман шешкә шик барлыҡҡа килгәндән һуң кәм тигәндә өс эш көнөндә онкологҡа беренсе күренеү башҡарылырға тейеш. Бынан тыш, онкологик сирлеләр өсөн УЗИ, ЭКГ һәм башҡа диагностик саралар ваҡыты ла 14-тән 7 көнгә тиклем ҡыҫҡара.
Икенсенән, был йылдан башлап, яман шеш менән ауырыусылар мәжбүри медицина страховкаһы полисы буйынса медик-генетик тикшереүҙәр үтә аласаҡ.
Өсөнсөнән, хәҙер УЗИ, КТ һәм МРТ-ны поликлиникалар билдәләйәсәк. Сөнки был сараларҙы үткәреү факты буйынса түләүҙәр уларға барасаҡ. Әлегә ҡәҙәр поликлиникалар кеше башына ҡарап финансланды, һөҙөмтәләлә ҡайһы бер осраҡтарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына УЗИ (шул иҫәптән эхокардиография, брахеоцефаль артерияләрға УЗИ), КТ, МРТ, медик-генетик тикшереүҙәр үтә лә мохтажлыҡ булғанда гына үткәрелде. Был хәл функциональ диагностика бүлегенә ебәрелеүе мөмкин булған пациенттар һанының яһалма аҙайыуына килтерҙе.
Дүртенседән, мәжбүри медицина страховкаһының яңы ҡағиҙәләре буйынса, фельдшер-акушер пункттары, поликлиника күҙлегенән сығып түгел, ә теркәлгән халыҡ иҫәбе буйынса финансланасаҡ. Элек ФАП-тар берҙәм финансланды.
Бишенсе яңылыҡ страховкалаусы ойошмалар эшсәнлегенә ҡағыла. Элек билдәле бер территорияла страховкаһы булғандарҙың ситкә сығып киткәндә хоҡуҡтарын территориаль фонд яҡлай ине. Хәҙер бындай пациенттар өсөн страховка компанияһы яуаплы буласаҡ.