– Медицина тармағына ҙур матди-техник ярҙам үҙ һөҙөмтәһен бирә, – тине һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Республикала 2019 йылдың ун айында дөйөм үлем кимәле түбәнәйгән. “Башҡортостанстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был күрһәткес 2018 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12 процентҡа кәмегән.
Былтыр дарыуҙар менән льготалы тәьмин итеүҙе финанслау 28 проценттан юғарыраҡ тәшкил иткән. Был маҡсатҡа бюджеттан 390 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Медицинаға яңы кадрҙар килгән, табиптар һәм фельдшерҙар һаны үҫкән. Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында яңы балалар поликлиникалары асылған. Языков үҙәк район дауаханаһының дауалау корпусына төкәтмә төҙөлөшө ахырына яҡынлаша, Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә һалына. Декабрҙә 24 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы алынған.