Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 11:55

Путин менән Эрдоган хеҙмәттәшлек өлгөһөн күрһәтте

Сәйәси донъяға зур йоғонтоһо булған ваҡиғаның— Иран генералы Ҡасим Сөләйманиҙың үтерелеүе — Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдогандың Истанбулдағы осрашыуына үҙенең ҙзгәрештәрен керетмәйенсә ҡалманы.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ике ил лидеры осрашты. Улар көн ҡаҙағында булған төп тема — Сүриә һәм Ливия мәсьәләләре буйынса һөйләште. Был күптән көтөлгән һөйләшеү булды
Рәсәй ҙә, Төркиялә Тегерандың Сүриәләге тактик партнерҙары булараҡ сығыш яһай. Үлтерелгән генерал Рәсәй һәм Төркиә хәрбиҙәре менән һөйләшеүҙәр өсөн дә яуаплы булған. Эрдоган Америка менән Иран араһында көсөргәнеште Төркиә яҡшы тоя, шуға күрә уны кәметеү өсөн ҡулынан килгәнсә тырышасаҡ тип белдерҙе. “Беҙ Сүриә, Ливан, Ирак һәм Фарсы ҡултығының хәрби хәрәкәттәр сәхнәһе булыуын теләмәйбеҙ. Төркиә әле барған ваҡиғаларҙы үтә һиҙгер тоя”,—тине Эрдоган.
Истанбулда осрашыу һөҙөмтәләре буйынса Путин менән Эрдоган яһаған уртаҡ белдереүҙә: “Теләһә ҡайһы яҡтың һөжүм һәм көс ҡулланыуы Яҡын Көнсығышта ҡатмаолы мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын табыуға ярҙам итмәйәсәк, бары тик бер кемдең дә мәнфәғәтенә яуап бирмәгән тотороҡһоҙлыҡҡа ғына килтерәсәк”,—тиелде. Көсөргәнешлекте айыҡ аҡыл һәм дипломатия юлы менән генә сисеп була тип билдәләнеләр.
Истанбулда тағын бер документҡа ҡул ҡуйылды. Унда Ливияла барған һағышты 2020 йылдың 12 ғинуарында туҡтатырға, илдең Триполь һәм башҡа ҡалаларында тотороҡлолоҡ урынлаштырыу өсөн яҡын арала һөйләшеү өҫтәле артына ултырырғҡа саҡырыу бар.
Путин Төркиәгә тағын бер ҙур маҡсат менән барҙы — ул “Төркиә ағымы” газүткәргесен файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнашты. Әйткәндәй, Путин Истанбулға Сүриә башҡалаһы Дамаскта президент Бәшәр Асад менән һөйләшеүҙәрҙән һуң барҙы. Сүриәлә Путин Дамаск урамдарынан үтте. Эксперттар быны Рәсәйҙең Америка хәрби һөжүмдәренән ҡурҡып ҡалмауын күрһәтеү өсөн дә булды тип баһаланы.
Читайте нас: