Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 12:05

Путин ниңә ракета крейсеры бортына менде

Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренең Баш командующийы Владимир Путин Ҡара диңгеҙҙә торған "Маршал Устинов" крейсерынан беҙҙең хәрби техниканы күҙәтте. Йөрәк жыу итеп китте. Сөнки Яҡын Көнсығышта тыныс түгел, ә Президент шул яҡҡа барып ҡайтҡайны.

Юҡ, борсолорлоҡ бер нәмә лә юҡ икән. Беҙҙекеләр бары тик күнекмәләр уҙғарған. Төньяҡ һәм Ҡара диңгеҙ флоты берлектә "һуғышҡа өйрәнергә" сыҡҡан.
Ҡара диңгеҙ шаулап торғандыр инде. Беҙҙең күптән маҡтаған "Калибр" ҡанатлы ракетабы ҙа, "Кинжал" гипертауышлы аэробаллистик ракетаһы ла күнекмәлә ҡатнашҡан.
Владимир Путин П. Нахимов исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ҡара диңгеҙ юғары хәрби-диңгеҙ училищеһында ла булды. Бында ил башлығына заманса логистик комплекс проектын күрһәттеләр. Аҙаҡтан Президент РФ Оборона министрлығы етәкселеге һәм Хәрби-диңгеҙ флотының команда составы менән Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты үҫеше тураһында фекер алышты.
Читайте нас: