Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 13:45

Йүтәлде дауалау ысулдары

Халыҡ медицинаһы йүтәлде дауалауҙың һөҙөмтәле ысулдарын тәҡдим итә.

  1. 500 г иҙелгән әстерхан сәтләүегенә 300 г бал, 100 г алоэ һуты ҡушып бутарға, дүрт лимон һуты өҫтәргә. Яҡшы итеп болғатҡандан һуң, көнөнә өс тапҡыр йүтәлдән, бронхиттан балаларға – берәр балғалаҡ, ололарға берәр ҡалаҡ эсергә.
  2. Баланлы сәй.
  3. Шәкәр менән иҙелгән баланға ҡайнар һыу ҡойоп әҙерләнгән эсемлек һалҡын тейеүҙән, йүтәлдән һәм тауыш ҡарлығып тороуҙан ярҙам итә.
    1. Ҡоро йүтәлдән. ¼ стакан аҡ майға, бер йомортҡа һарыһы һәм бер аҙ шәкәр ҡушып бутарға һәм шуны көнөнә ике тапҡыр берәр балғалаҡ ашарға.
    2. Ярты стакан йөҙөмдө бер стакан һыуҙа бешерергә, бер ҡалаҡ һуған һуты өҫтәргә. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашарҙан 20 минут алда 1/3 стакан эсергә. Шулай уҡ төнгөлөккә эсергә лә мөмкин.
    3. Үпкәне һәм бронхаларҙы таҙартыу өсөн йәш ҡарағай ылыҫын бер литрлыҡ банканың яртыһына тиклем һалырға һәм тултырғансы бал ҡойоп, ҡараңғы урында өс аҙна төнәтергә. Әҙер булғас, тишекле сүмес аша һөҙөп алырға һәм көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә. Тик тахикардия диагнозы ҡуйылған кешеләргә был дарыуҙы ҡулланырға ярамай. Сөнки ҡарағай ылыҫы пульсты күтәрә. Йәғни йөрәк тибеше йышаясаҡ.
    4. Читайте нас: