Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2020, 21:55

Күңелең шар асыҡ булмаһын

Бер аҡһаҡалға илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙ мөрәжәғәт итә.

– Миңә нимә эшләргә? – ти ул. – Кешеләргә изгелекле булырға, бер кемде лә рәнйетмәҫкә, ярҙам итергә, матур мөғәмәләлә булырға тырышам. Ләкин рәхмәт һәм хөрмәт урынына мыҫҡыллау һүҙҙәре генә ишетәм. Кемдәрҙер мине хатта дошман күрә! Ни эшләргә миңә, кәңәш бирегеҙ, зинһар?
Аҡһаҡал ҡыҙға һынап ҡарап тора ла, йылмайып:
– Шыр яланғас сисен дә ҡала урамы буйлап шулай йөрө, – ти.
– Һеҙ аҡылдан шаштығыҙмы әллә? – тип ҡысҡырып ебәрә ҡыҙ. – Ул саҡта халыҡ мине бөтөнләй өҙгөләп ташлаясаҡ! Хоҙай ҙа өнәмәйәсәк бындай ҡылыҡты.
Шул саҡта аҡһаҡал ҡыҙға ҡарап һүҙ башлай:
– Бына, күрәһеңме, халыҡ араһына яланғас сығырға ҡурҡаһың. Ә ниңә улай булғас һин халыҡ алдында күңелеңде яланғасландырып йөрөйһөң? Күңелең бит ишек кеүек шар асыҡ. Шуның өсөн унда барыһы ла бер ниндәй рөхсәт һорамай барып инә. Улар һиндә үҙҙәрендә булмаған сифаттарҙы ла күрә, һине түбәнһетергә, мыҫҡылларға тотона, сөнки берәү ҙә үҙ етешһеҙлеген танырға, уны төҙәтергә ынтылмай. Төҙә­лергә теләмәгән өсөн дә яҡшы фиғелле кешеләр менән бәхәскә инергә тырыша...
– Улайһа, миңә нишләргә һуң? – ти ҡыҙ.
– Әйҙә, мин һиңә үҙемдең баҡсамды күрһәтәм, – ти ҙә аҡыл эйәһе ҡыҙҙы баҡсаһына алып китә. Баҡса буйлап йөрөгәндә сәскәләр эргәһенә килеп:
– Ошо матур сәскәләрҙе мин күп йылдар һыу һибеп үҫтерәм, тәрбиәләйем. Әммә минең бер ваҡытта ла уларҙың сәскә булып асылған сағын күргәнем булманы... Һин дә сәскә һымаҡ бул: күңелеңде кешеләргә күрһәтмәй, ашыҡ­май, һиҙҙермәй генә ас. Кемгәлер асылыр алдынан тәүҙә ул кешенең яҡшымы, изгеме, һиңә лайыҡлымы икәнен ҡара, ә инде күңелеңдең нескә ептәрен өҙөргә һәм аяҡ аҫтына һалып тапарға әҙер торған әҙәмдәрҙән ҡас. Тор­мошоңа һәр кемде лә индермә, тупаҫ һәм игелек­һеҙҙәрҙе, ғөмүмән, ябыҡ ишек артында тотоу хәйерле, – ти.
Фото: интернет.
Читайте нас: