“Күп эшләнде, әммә әле барыһы ла түгел. Һыу менән тәьмин итеү, ташландыҡ һыуҙарҙы ағыҙыу проблемалары, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләргә кәрәк әле”, -тине РФ Президенты.
Шулай уҡ Ҡырым һәм Севастополде үҫтереүгә бағышланған кәңәшмәлә Рәсәй лидеры һуңғы йылдарҙа ярымутрауҙа ҙур эш башҡарылыуын билдәләп үтте. Ҡырым күперен асыу, яңы федераль трассалар, Симферополь аэропортының өҫтәмә терминалы — был, Президент фекеренсә, төбәк үҫешенә нигеҙ һалды. Путин әйтеүенсә, Ҡырым халҡының йәшәү дәрәжәһен генә түгел, ә йорттарҙы һәм инженерлыҡ селтәрләрен ремонтларға, курорттарҙа ғына түгел, ә барлыҡ тораҡ пункттарҙа ла территорияларҙы һәм ижтимағи киңлектәрҙе төҙөкләндерергә кәрәк. Путин ярымутрауҙың төп проблемаларының береһе итеп сәләмәтлек һаҡлауҙың түбән дәрәжәһен атаны.
“Төбәктә һаулыҡ һаулауҙың ситемаһы айырым иғтибар талап итә. Был тармаҡ насар хәлдә, белгестәр етмәй, дауаханалар һәм поликлиникалар йыһаздары туҙған” – тине Путин.