Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 17:15

Американың яһалма ите беҙҙең баҙарҙа бармы?

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республика, ит һәм йәшелсәләрҙән ҡала, барлыҡ продукция менән үҙен үҙе тәьмин итә ала тип белдерҙе.

Ә иткә ҡағылышлы хәл, министр әйтеүенсә, Көньяҡ Американан түбән хаҡлы ит индерелеү арҡаһында ҡатмарлы булып ҡала. “Беҙҙәге баҙарҙарға түбән сифатлы сеймал килеп инмәһен өсөн Эске эштәр министрлығы менән тығыҙ эшләйбеҙ”, – тине Илшат Фазрахманов.
Йәшелсәләргә килгәндә, республикала үҫтерелгәндәре, сезонға бәйле, ихтыяждың яртыһын ғына ҡаплай ала. Йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтерергә мөмкинлек биреүсе сәнәғәт теплица етештереүен булдырғанда был мәсьәләне хәл итеп булыр ине тип иҫәпләй вице-премьер.
Әйткәндәй, уҙған йылды республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре яҡшы күрһәткестәр менән тамамлаган. Етештерелгән продукция күләме артҡан.
Агросәнәғәт комплексына инвестпроекттар йәлеп итеү һөҙөмтәһендә 2019 йылда дөйөм суммаһы 6,5 миллиард һум булған 2800 берәмек техника һәм ҡоролма һатып алынған. Шулай уҡ 162 фермер һәм кооперативтың матди-техник базаһы яҡшыртылған. Ауыл хужалығы кооперативтары төҙөү һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре рейтингында беренсе урынға күтәрелгән.
Киләсәктә аграр проекттарҙы тормошҡа ашырыу ярҙамында 7 мең яңы эш урындары булдырыу күҙаллана.
Читайте нас: