Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 13:45

Ауыл тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Яңы программа һигеҙ йүнәлеште үҙ эсенә ала, шуларҙың етәүһенә РФ Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк, шуларҙың 3 млрд һумы – федераль бюджеттан.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урыбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләге сығышында 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 1,2 млрд һум аҡса йүнәлтелде, шуның 692,8 млн һумы – федераль бюджеттан, тип билдәләне. Дөйөм сумманан 816,7 млн һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ауыл ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды.
Йыл дауамында дөйөм оҙонлоғо 32,3 км булған 8 газ менән тәьмин итеү объекты, дөйөм оҙонлоғо 66,9 км булған 11 һыу менән тәьмин итеү объекты, дүрт фельдшер-акушер пункты төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған, граждандарҙың урындағы инициативаларына булышлыҡ итеү буйынса өс проект тормошҡа ашырылған.
Читайте нас: