Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
14 Января 2020, 08:50
«Етегән-2020» ғаилә конкурсы
2020 йылдың 11 ғинуарынан 25 февраленә тиклем Өфөлә «Етегән-2020» асыҡ республика конкурсы уҙғарыла. Ул «Етегән» республика башҡорт байрамы – 1 мартта билдәләнгән ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө алдынан ойошторола.
Конкурстың номинациялары:
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында шиғырҙарҙы оҫта башҡарыусы;
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында йырҙарҙы оҫта йырлаусы;
Иң яҡшы башҡорт бейеүе;
Башҡорт телендә мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минуттан ашмаһын);
Башҡорт телендә иң матур флаерҙар һәм открыткалар;
Мөхәббәт темаһына иң матур фотолар;
Башҡорт йырына һәм көйөнә «Етегән» байрамына иң яҡшы флешмоб.
Ҡатнашыусының ғаризаһы (ғариза формаһы – 1-се ҡушымта) менән конкурс материалдарын 25 февралгә тиклем etegan_2020@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урын билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға 2020 йылдың 1 мартында дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.
Ҡатнашыу шарттары менән конкурстың рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"