Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 13:45

Грипп урап үтер

“Грипп” һүҙе французса “гриппе”нан алынған. Ул эләктереү, тимәк, тиҙ йоғоу тигән төшөнсәнән килеп сыҡҡан.

Грипп вирусы организмдағы һулыш алыу юлы күҙәнәктәренең эсендә үрсей. Грипп вирусы тышҡы мөхиттә 0 градустан юғары температурала бер нисә сәғәт эсендә үлә. Ә минус 70 градусҡа тиклем булған һалҡын шарттарҙа ул бер нисә ай эсендә сир булдырыу һәм үрсеү үҙенсәлеген һаҡлай. Кеше ҡышын өшөгәнгә генә сирләмәй. Йүткергәндә һәм сөскөргәндә грипп менән ауырыған кешенән вирустар сәселеп ҡала. Улар ҡарҙа, боҙҙа һәм һалҡын аҙыҡтарҙа организмға инеү мөмкинлеген көтөп ята. Өй туҙанында, йыуылмаған ҡулдарҙа булыуҙары ла ихтимал.
***
Прививка ла яһалманы – грипп килеп етһә, нисек унан ҡотолоп ҡалырға икән, тиһеҙме? Профилактика өсөн бик ябай, әммә һөҙөмтәле микстура ла бар халыҡ араһында.
Ҡабығы менән бергә ярты лимонды ваҡлағыҙ ҙа шуға 7 тырнаҡ һарымһаҡты шулай уҡ ваҡлап ҡушығыҙ. Массаны 0,5 литр ҡайнаған һалҡын һыуға һалып, 3-4 көн ҡараңғы урында тотоғоҙ. Унан һуң төнәтмәне шунда уҡ һыуытҡысҡа алып ҡуйығыҙ. Бына шуны иртән ас ҡарынға берәр ҡалаҡ ҡабырға онотмағыҙ.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: