Дим буйҙары
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 17:10

Тере сувенирҙар...

Улар модаға инә башлаған.

Ҡытайҙа яңы шөғөл уйлап сығарғандар. Пекинда йәшәүселәр үҙҙәренең асҡыстарын һәм мобиль телефондарын тере брелоктар менән биҙәй башлаған.
Ул брелоктарҙа — тере балыҡтар, йәш гөбөргәйелдәр һәм башҡа ер-һыу хайуандары. Тере йәнлектәрҙе кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән байытылған төрлө төҫтәге шыйыҡса һалынған ҙур булмаған пластик тоҡтарға урынлаштыралар.


Ундай сувенирҙарҙы һатыусылар, йәнлектәр бындай тоҡта ике айға ҡәҙәр йәшәй ала, тип раҫлай. Был ваҡыт уҙғас, төргәкте асырға һәм уны азат итергә кәрәк, юғиһә, ул үләсәк. Ундағы халыҡ араһында йәш гөбөргәйелдәр айырыуса популяр икән, уларҙың ҙурҙары Ҡытай кухняһында киң ҡулланыла. Ҡытайҙа бындай сувенирҙың хаҡы яҡынса 50 һум тора.
Фото:социаль селтәрҙән.
Читайте нас: