Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ғинуар 2020, 13:45

Һунарға мәңге сыҡмаҫлыҡ булғандарҙыр...

Яңы йыл алдынан Күгәрсен район суды 2018 йылдың октябрендә республика әһәмиәтендәге “Наҡаҫбаш” тәбиғәт зоология заказнигында инә боланды атҡан өс ирҙе хөкөм итте. Һунарсылыҡ сығанағына 560 мең һум зыян килтерелгән.

Суд уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырып, һәр береһенә айырым штраф һалған, йәғни береһенә – 530 мең һум, икенсеһенә – 520 мең һум, өсөнсөһөнә 510 мең һум күләмендә. Шулай уҡ уларҙың автомобиле һәм бер һунар мылтығы тартып алынған. Хәҙер был кешеләр башҡаса һунарға сыҡмаҫлыҡ булғандыр инде.
Был енәйәтте асыу – Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, заказник, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшләү һөҙөмтәһе.
Әйткәндәй, һуңғы осорҙа һунар итеүҙе күҙәтеүҙең яңы алымдарын ҡулланыу, пилотһыҙ осоусы аппараттар кеүек замана техникаһын файҙаланыу рейдтарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға булышлыҡ итә. Төрлө ведомстволарҙың хеҙмәттәшлеге Яңы йыл каникулында ныҡ ярҙам иткән.
Шулай итеп, 2019 йылдың 30 декабренән 2020 йылдың 8 ғинуарына тиклем Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тәҡдиме менән 130-ҙан ашыу рейд уҙғарылған, уларҙа 260-тан ашыу һунарсы тикшерелгән. Сара барышында 18 осраҡта һунар тәртибен боҙоу асыҡланған, шул иҫәптән дүрт осраҡта – Рәсәй Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса. Баймаҡ районында ике ҡоралайҙы атыуға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлшәйҙә – бер, Баймаҡта һәм Борайҙа – ике ҡоралайҙы, Мәләүездә бер ҡыр сусҡаһын алыу буйынса тикшереү эштәре бара. Бер кешенең тейешенсә теркәлмәгән мылтығы тартып алынған.
Был рейдтарҙа республиканың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты һәм ҡарғиҙәрҙәр, квадроциклдар һәм тракторҙар тикшерелде. Был йүнәлештә лә тәртип боҙоуҙың 31 осрағы асыҡланған.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас: