Республикала Халыҡ-ара фольклор фестивале 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла. Бөтә донъя фольклориадаһында 100 илдән 3 меңдән ашыу делегат ҡатнаша. Улар үҙҙәренең традицион музыкаһы, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, милли кейеме һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. 85 дәүләт ҡатнашасағын раҫланы ла инде. Фестиваль көндәрендә Башҡортостанға 2,5 миллион турист килер тип көтөлә. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышында
белдерҙе.