Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2020, 16:10

Өфө тимер юлы вокзалында - яугирҙәргә һәйкәл

Май башында «Өфө» тимер юлы вокзалы биләмәһендә фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһы була. Был турала шишәмбе республика хөкүмәте президиумы ултырышында хәбәр иттеләр. Унда Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек мәсьәләһе лә тикшерелде.

Беренсе вице-премьер Андрей Назаров һүҙҙәренсә, республиканың күп милләтле икәнен күрһәтеү өсөн һәйкәлдең композицияһы төрлө милләт кейемендәге ете фигуранан тора.
«Һәйкәл бронзанан ҡойола. Ул Өфө һәм республика ҡаҙаныштарының береһе булырға тейеш, — тине Назаров. — Ләкин техник үтәлештән тыш, йөкмәтке эше лә бар. Атап әйткәндә, майҙансыҡты нисек биҙәргә, артҡы планда нимә яҙырға. Унда һәләк булғандарҙың исемдәре йә иһә фронтҡа киткән полктар булырмы. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһын да яҡшылап уйларға, контролгә алырға һәм эшләргә кәрәк. Бик аҙ ғына ваҡыт ҡалды».
Читайте нас: