Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2020, 17:20

Владимир Путин сығыш яһай

Президент мөрәжәғәтнамәһе — программа документы, унда дәүләт башлығы тышҡы һәм эске сәйәсәттең төп йүнәлештәрен билдәләй, илдәге эштәр торошона һәм киләсәккә төп бурыстарҙы күҙаллауға традицион баһа бирә.

2019 йылдың 20 февралендә дәүләт башлығының парламентҡа мөрәжәғәте өсөн “Ҡунаҡ һарайы” һайланғайны. Быйыл Президент Владимир Путин “Манеж” үҙәк күргәҙмә залында сығыш яһай.
Сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт думаһы депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, Конституцион һәм Юғары судтар етәкселәре, губернаторҙар корпусы, Федерация субъекттарының закондар сығарыу органдары рәйестәре, традицион дини конфессиялар башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре, шул иҫәптән төбәктәрҙең ижтимағи палаталары башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары етәкселәре: барлығы 1300-гә яҡын кеше ҡатнаша.
Сараны төрлө мәғлүмәт сараларының 885 вәкиле яҡтырта. Мөрәжәғәтнамәнең туранан-тура трансляцияһын “Россия-1”, “Россия-24” һәм Беренсе канал алып бара.
- Беҙгә тиҙерәк, ил алдында торған торған масштаблы социаль, иҡтисади, технологик бурыстарҙы кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. Уларҙың йөкмәткеһе һәм ориентирҙары дөйөм дәүләт проекттарҙа сағылыш тапҡан, уларҙы тормошҡа ашырыу дәүләт идараһының, Хөкүмәт эшенең, властың барлык дәрәжәләренең, граждандар менән туранан-тура диалогтың яңы сифатын талап итә, - тине Президент инеш һүҙендә.
Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәне демографиянан башланы. Рәсәйҙә күпме бала тыуыуына күп нәмә бәйле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
- Ғаиләләр 90-сы йылдарҙың аҙ һанлы быуынын тыуҙыра. Демографик осор көсөргәнешле булды. 2019 йылда тыуыусылар һанының дөйөм коэффициенты 1,5 тәшкил итте. Был Рәсәй өсөн аҙ. 1943 йылда ул 1,4 тәшкил иткән. Демографик тоҙаҡтан сығырға һәм халыҡ һанын арттырырға кәрәк. Күп балалы ғаилә ниндәй ауырлыҡтар менән осрашыуын асыҡларға кәрәк, - тип белдерҙе Президент.
Владимир Путин балаларҙы балалар баҡсаһына ҡабул итеү мәсьәләһенең мөһимлеген билдәләп үтте. Ул ғаиләгә ярҙам итеүҙең барлыҡ йүнәлештәре буйынса эшләргә саҡырҙы.
Читайте нас: