Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Ғинуар 2020, 10:30

Экотуризмды һәм милли парктарҙы бергәләп үҫтерәйек

Рәсәй халҡы 2020 йылда ҡурсаулыҡтарҙы, милли парктарҙы, айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт территорияларын һәм экотуризмды үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен белдерә аласаҡ. Был турала Тәбиғәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.

“Экология” милли проекты сиктәрендә яҡын йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ мөһим мәсьәләләрҙең береһе ул уникаль экосистемаларҙы һәм биологик төрлөлөктө һаҡлау, шулай уҡ айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт территорияларының эколого-туристик потенциалын үҫтереү. Был эш сиктәрендә Рәсәйҙең Тәбиғәт министрлығы ил халҡынан киләсәк өсөн һаҡларға теләгән иң ҡиммәтле, уникаль тәбиғәт объекттары тураһында тәҡдимдәр, шулай уҡ экологик туризмды үҫтереү буйынса проекттар йыйыуҙы иғлан итә”, - тиелә хәбәрҙә. Тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] электрон адресына ебәрә алаһығыҙ. Бөгөн илебеҙҙә федераль кимәлдә айырыуса һаҡланылыусы 231 тәбиғәт территорияһы: 108 ҡурсаулыҡ, 63 милли парк һәм 60 заказник бар. 2024 йылға “Экология” милли проекты сиктәрендә 24 яңы шундай территория барлыҡҡа киләсәк, шуларҙың бишәүһе 2019 йылда булдырылды ла инде. Рәсәй халҡы 2020 йылда ҡурсаулыҡтарҙы, милли парктарҙы, айырыуса һаҡланылыусы тәбиғәт территорияларын һәм экотуризмды үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен белдерә аласаҡ. Был турала Тәбиғәт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итә.
#ЭкологияМиллиПроекты
#ЭкотуризмдыҮҫтереү
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ сығанағы: https://tass.ru/
Читайте нас: