Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
17 Января 2020, 09:00
Аҡ, ҡыҙыл, ҡара, зәңгәр...
Халыҡта “Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар” тигән мәҡәл бар.
Был, ысынлап та, шулай. Ләкин кейемдең төҫө лә әһәмиәткә эйә. Төҫ эмоцияға, кәйефкә тәьҫир итә. Психологтар, әгәр ата-әсә даими рәүештә депрессияға бирелеүсән бала үҫтерергә теләмәһәләр, ҡара кейемдән баш тартырға тейеш, тип һанай.
Уның ҡарауы, рәхәтләнеп аҡ кейем кейергә мөмкин - аҡ төҫ таҙалыҡ, бөхтәлек һәм нәфислектән башҡа бер ниндәй ҙә көслө хис-тойғо тыуҙырмай. Балаларҙа ғына түгел, ир-аттарҙа ла. Ә бына ҡыҙыл кейем кейгән ҡатын-ҡыҙға ир-аттан тәҡдимдәр яуа башлаһа, аптырамағыҙ.
Һары - ижад һәм көтөү төҫө.
Йәшел - хакимлыҡ яратыусы, башҡаларҙан өҫтөн булырға теләүселәр төҫө. Йәшел кейем кешенең ғорур холҡон, үҙ-һүҙлеген, етеш тормошта йәшәүен күрһәтә.
Асыҡ һары йәки ҡыҙғылт һары көс-ҡеүәт һәм шатлыҡ төҫө.
Етди мөнәсәбәттәргә мохтаж һәм быны күрһәтергә теләгән гүзәл зат зәңгәр төҫтө үҙ итергә тейеш. Был уның тыныс, бәхетле ғаилә усағы ҡорорға һәләтле булыуын күрһәтә.
Һоро төҫ ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ булған һайын, эс бошорғос тәьҫир итә, депрессияға этәрә.
Интернеттан алынған фото.
"Осҡон" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"