Дим буйҙары
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2020, 13:20

Республикала «Айыҡ ауыл» асыҡлана

Әле бәйгенең икенсе этабы башланды. Муниципаль этапта көс һынашҡан 464 ауылдан 47-һе республика кимәленә үткён.

“Ошо ауылдар айыҡ тормошто пропагандалап, үҙҙәренең проекттарын яҡлай. Конкурс комиисияһы әүҙемдәрен һайлап алғандан һуң, интернет тауыш биреү ойошторола”, - ти “Айыҡ ауыл” конкурсы комиссияһы рәйесе Марсель Тойғонов.
Проект графигына ярашлы, был ҡатнашыусылар 25 февралдән 28-енә тиклем презентация яҡларға тейеш. Конкурс еңеүселәрен билдәләү өсөн 1 марттан 10-ына ҡәҙәр интернет аша тауыш биреү ойошторола. Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 20 мартына тиклем яһала.
Конкурс комиссияһы ҡатнашыусыларҙы саралар ойоштороу һәм үткәреү буйынса ғына баһаламай, социаль селтәрҙәрҙә әүҙемлек, киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт таратыу кеүек эш тә иҫәпкә алына. Айыҡ тормошто пропагандалауға арналған мәғлүмәтте социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе һәм муниципаль райондың исемен ҡуйып, #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары менән билдәләү зарур.
Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хәкүмәтенең дипломдарына лайыҡ була һәм аҡсалата билдәләнә: беренсе урын – 500 мең һум; икенсе урын — 250 мең һум; өсөнсө урын – 150 мең һум. Ойоштороу комитеты ҡарарына ярашлы, аҡсалата бүләк ауыл биләмәһе үҫешенә тотонола.
Финалға сыҡҡан ун ике ауыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
Башинформ.
Читайте нас: