Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2020, 11:40

Республиканан 533 кешене ҡыуғандар

Былтыр суд приставтары республикабыҙҙан 533 сит ил кешеһен ҡыуып сығарған.

Иң күбеһе Үзбәкстандан - 352 кеше. 96-һы - Тажикстандан, 35-е Азербайжан, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Вьетнам, Төркмәнстан Ҡаҙағстан, Нигерия, Марокко һәм башҡа илдәрҙән килгән, тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡыуылғандарҙың барыһы ла - 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге, Башҡортостан биләмәһендә документтарһыҙ көн иткән, йәшәү сроктары сығыу менән илдән китергә йыйынмаған, төрлө эштәрҙә йөрөгән ирҙәр, тип хәбәр итә”Башинформ”. Уларға ике мең һум күләмендә штраф һалынған. Тейешле документтарҙы әҙерләп, билеттар алынғас, сит ил ҡунаҡтарын дәүләт сиге аша үткәреү пункттарына илтеп, сик хеҙмәтенә тапшырғандар. Закон буйынса, улар хәҙер биш йыл үтмәйенсә Рәсәйгә аяҡ баҫа алмаясаҡ.

Интернеттан алынған фото.

Читайте нас: