Дим буйҙары
+27 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
20 Января 2020, 10:10
Көрәк һабы (хикмәтле хикәйәт)
Борон заманда ауылда бер баһадир утыҙ йылға яҡын мейес башында ятҡан. Әгәр ҙә ауыл аша бер ҡарт үтеп бармаһа, ул артабан да шулай ятыр ине. Ә ҡарт тап баһадирҙың өйөнә ингән һәм һыу эсергә һораған.
Ауырыу илап ебәргән, күп йылдар инде ҡуҙғала ла алмауын, башҡаларҙың ярҙамынан тыш бер аҙым да атларға мөмкинлеге юҡлығын әйткән.
- Ә һин ҡасан атлап ҡараның һуң? - тип һораған ҡарт. Баҡһаң, бик күп ваҡыт үткән, хатта ауырыу күпме ғүмер уҙғанын үҙе лә иҫләмәгән.
Шул саҡ ҡарт быға үҙенең таяғын тотторған.
- Ошо тылсымлы таяҡҡа тотон да тор, - тигән ул.
Ауырыу шулай иткән дә. Һәм әлеге бәхетенә үҙе ышанмай, мөғжизәгә эйә таяҡ өсөн ҡартҡа рәхмәттәр яуҙырған.
- Был таяҡ - ябай көрәк һабы. Мин уны һинең ишек алдыңдан алдым, - тигән ҡарт. - Һин үҙеңдең көсһөҙлөгөң тураһында оноттоң. Шуға аяғыңа баҫа алдың.
"Көнгәк" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән