Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2020, 14:10

Лимон һутында йомортҡа еңел әрселә

Йомортҡа еңел әрселһен тиһәгеҙ, бешерер алдынан һыуға лимон һуты һәм аҙыраҡ сода һалығыҙ

Билмәндең ҡамыры ҡаты булһа, ҡайнап торған билмәнгә һалҡын һыу һалығыҙ. Билмән тәмле лә, йомшаҡ та буласаҡ.
Һарымһаҡ микротулҡынлы мейестә үҙенән-үҙе таҙартыласаҡ. Бының өсөн уны 15 секундҡа иң юғары ҡыҙыулыҡҡа ҡуйырға кәрәк.
Болгар боросо һатып алыр алдынан уның бүлкәттәренә иғтибар итегеҙ. Өс бүлкәтлеләрен сей килеш ашаһаң да була, улары баллыраҡ, ә дүрт бүлкәтлеләре әскелтем.
Һуған турағанда иламайым тиһәгеҙ, турар алдынан уны 15 минутҡа һыуытҡа ҡуйып тороғоҙ.
“Осҡон” гәзитенән.
Читайте нас: