Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 22:40

Бөртөкләп йыйыла алтын

Рәсәй именлек хеҙмәте идаралығының Байкал аръяғы крайы буйынса матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандан һәм Новосибирскиҙан килгән вахтовиктар тау-байыҡтырыу предприятиеһынан алтын урлап маташҡан.

Эш урынынан февраль-март айҙарында (2019 йыл) алтынлы концентратты урлап алып сығалар һәм йыялар. Уны йәшереп кенә үҙҙәре йәшәгән төбәккә алып ҡайтмаҡ булғандар. Әммә уларҙы именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тота. Вахтовиктарҙан 30 кг ҡиммәтле мәғдән тартып алына.
Суд уларҙы өс йылға иркенән мәхрүм итеү тураһында хөкөм сығарып, шартлы рәүештә ике йылға иркенән сикләй. Башҡортотсандан эшкә барыусы иргә--100 мең, Новосибирскиҙа йәшәүсегә 450 мең һум штраф һалына.
Белгестәр баһалауынса, тартып алынған сеймалда 6 кг таҙа алтын, 1 кг тирәһе көмөш бар. Уларҙың хаҡы 17,9 млн һум.
“Комсомольская правда” гәзитенән.
Читайте нас: