Дим буйҙары
+19 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Января 2020, 06:10
Путин Талызинаға ҡотлау телеграммаһы ебәргән
Рәсәй Президенты Владимир Путин РСФСР-ҙың халыҡ артисы Валентина Талызинаны юбилейы менән ҡотланы, уның ил театры һәм кинематографы тарихына индергән өлөшөн билдәләп үтте. Рәсәй Президенты Владимир Путин РСФСР-ҙың халыҡ артисы Валентина Талызинаны юбилейы менән ҡотланы, уның ил театры һәм кинематографы тарихына индергән өлөшөн билдәләп үтте.
Рәсәй театр һәм кино актрисаһы Валентина Талызина 85 йәшен билдәләне.
“Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ — тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайым! Һеҙ илебеҙ еатры һәм кинематографы тарихына бик күп яҡты, талантлы юлдар яҙҙығыҙ. Сәнғәт һөйө-селәргә тәрән, үҙенсәлекле актерлыҡ эштәренең бай галереяһын бүләк иттегеҙ”, — тиелә телеграммала.
Президент актрисаға һаулыҡ, илһам һәм яңы иҗади уңыштар теләгән.
Валентина Талызина 1935 йылдың 22 ғинуарында Омскиҙа тыуа. ГИТИС-ты, Николай Петровның оҫтаханаһын тамамлый. Ул бик күп спектаклдәрҙә, шулай уҡ кинола 130-ҙан ашыу роль башҡарған.
"Моссовет" театрының ағымдағы репертуарында Валентина Талызина Максим Горькийның “Васса” спектаклендә төп ролде уйнай.
#ВладимирПутин
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
10 Июля , 08:04
Ауыл фельдшеры – халыҡ терәге
Общие статьи
9 Июля , 15:30
Урамдарға тротуар һалына, асфальт түшәлә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"