Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Ғинуар 2020, 11:15

Росимущество хәҙер Финанс министрлығы ҡарамағында буласаҡ.

Дәүләт милеге менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ 2004 йылда ойошторылған. уның башлығы 2018 йылдан бирле — Вадим Яковенко. Ул - Президент хакимиәтенең контроль идараһы департаментының элгәре директоры һәм Мәскәү буйынса Тикшереү комитетының баш тикшереү идараһының экс-башлығы.

Ведомство буйһонған Иҡтисади үҫеш министрлығының Яңы Хөкүмәттә башлығы алмашынды — Максим Орешкин урынына был посҡа Максим Решетников билдәләнде. Финанстар министрлығы башлығы Антон Силуанов үҙенең вазифаһын һаҡлап ҡалды, шул уҡ ваҡытта беренсе вице-премьер вазифаһын да.
Росимущество федераль милек менән идара итеү өсөн яуап бирә. Росимущество аша Хөкүмәт бер нисә эре корпорацияға эйә, әйтәйек, ведомствоға «Ростелеком»дың 45%-ты, «Россия»ның 88%-ты, «РусГидро»ның 61% -тан артығы, «Транснефть»нең 78,5% -ты керә.
2019 йылдың октябрендә Финанс министры урынбаҫары Алексей Моисеев белдереүенсә, ведомство барлыҡ был компанияларҙа ла, оборонанан тыш, дәүләт өлөшөн 50 %-тан да артмаған дәрәжәгә ҡәҙәр кәметергә тейеш. Силуанов шулай уҡ киң ҡоласлы хосусилаштырыу программаһы кәрәклеге тураһында һөйләне һәм иҡтисади үҫеш министрлығына ил өсөн билдәләнмәй торған һәм мөһим булмаған компаниялар исемлеген әҙерләргә тәҡдим итте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: