Дим буйҙары
+21 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
23 Января 2020, 17:35
Туҡмаҫтар сифатлымы?
Владимир, Мәскәү, Новосибирск, Тула өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда һәм Кореяла етештерелгән 17 марка продукцияһы - "Бомжпакет" тип йөрөтөлгән туҡмастар тикшерелгән. Уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған.
Бер марка ла Рәсәйҙең сифат билдәһенә дәғүә итә алмай, сөнки тикшерелгән продукцияның сифат күрһәткестәренә тура килмәүе билдәләнгән. Эксперттарҙың әлеге ризыҡтың хәүефһеҙлегенә ҡарата шиге раҫланған. Айырым алғанда, "БигЛанч" туҡмасында бифентрин (пестицид) эҙҙәре, ә "Золотистая жатва", "Роллтон", "Моя цена" маркалары продукцияһында үҫемлектәр үҫеүен көсәйткән матдәләр табылған. Һигеҙендә микотоксин асыҡланған. "Роскачество" белдереүенсә, улар туҡмасҡа он аша эләккән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етештереүселәр сифатһыҙ үҫемлек майы ҡуллана, шулай уҡ 12 сауҙа маркаһында тоҙ күп булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта туҡмастарҙа соя күп, әммә уны продукт составында күрһәтмәгәндәр. Ә инде иттең эҙе лә юҡ, ти эксперттар.
"Балҡантау" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
9 Июля , 09:03
Бәхетле ҡартлыҡ — ул яҙмыш бүләге
Общие статьи
8 Июля , 15:49
Гуманитар ярҙам ебәрелде
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"